Үҙәнде үҙ иткәндәр

Баймаҡ районына үткән быуаттың 20-се йылдарында килеп төпләнгән Һамар башҡорттары күренекле Йылайыр совхозы биләмәләрендә Үҙән ауылын төҙөгән. Унда халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина уҡыта, уның иптәше Ғөбәй Дәүләтшин да эшләп китә. Билдәле ауыл ошо көндәрҙә 90 йыллығына арналған байрам сараларын билдәләне.

Һәр кемебеҙҙең тыуып -үҫкән нигеҙе ,буй еткән тыуған ере бар ,был изге мөйөш һәр ваҡыт күңелдә һаҡлана,үҙенә тартып тора. Үҙән ауылы ла ошо тарафтарға күсеп килгән Һамар башкорттарынын төйәге буларак билдәле. Ҡасандыр ошонда колхоздар ойоштороп, сиҙәм ерҙәрҙе күтәрергә килгән милләттәштәребеҙ күптән был ерҙәрҙә үҙ кеше булып киткән, ул ғына ла түгел Баймакта бер нисә быуын тыуып усеп ошо ерҙен үсешенә үҙ өлөшөн индергән. Байрам Һамар өлкәһенән күсеп килгән башҡорттар хөрмәтенә таҡтаташ асылыуҙан башланды.

Һаумыһығыҙ ауылдаштар ябай байрам түгел, нисә йылдан һуң йәнә баласаҡ дуҫтарыңды күреү ,класташтарыңды осратыу, тыуғандарың ,ауылдаштарың менән күрешеп, аралашыу мөмкинлеге лә . Ә был сара шуныһы менән үҙенсәлекле , унда Һамар өлкәһенән дә ырыуҙаштарын күрергә тип байтак ҡунаҡтар килгәйне. Әйтергә кәрәк, Баймак-Һамар араһында бәйләнештәр өҙөлмәй. Аралары алыҫ булһа ла, туғандар бер береһе менән катышып йәшәй.

Ауылдын иң оло ағинәйе Вәғиҙә Буранғоловаға 90 йәш. Унын ата олаталары тап Һамарҙан күсеп килгән. Ул вакыттарҙы Вәғиҙә инәй бәләкәй генә кыҙ булып хәтерләй.

Вәғиҙә Буранғолова: “Ошонда йәшәнек, төрлө заманды күрҙек. Дөйә менеп тә йөрөнөк, атта ла менеп йөрөнөк. Хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе, йәштәр ҙә күп”.

Нәҫел ептәрҙе барлаусы ,тыуғандарҙы,дуҫтарҙы осраштырыусы байрам Үҙән ауылында ла юғары кимәлдә үтте. Ауылдаштар байрамында һәр кем үткәне һәм бөгөнгөһө менән танышты.

Автор: Әлфиә Хәмитова.