Нуриман һәм Баймаҡ райондары Бөтә Рәсәй һабантуйында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ

Ҙур мәҙәни сара Ҡурған өлкәһендә 14 июлдә үтә. Илдең төрлө төбәктәренә 10 меңләп кешенең килеүе көтөлә. Республика ошо уңайҙан ватандаштар иғтибарына милли-мәҙәни программа әҙерләй.

Фото №1 - Нуриман һәм Баймаҡ райондары Бөтә Рәсәй һабантуйында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ

Һабантуйҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, шулай уҡ Сибай һәм Өфө филармонияһы артистарының сығыш яһауы күҙҙалана.

Ҡурған өлкәһе - башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк булараҡ билдәле. Быға бәйле, беҙ милләттәштәребеҙ алдында лайыҡлы сығыш яһарға бурыслыбыҙ. Халҡыбыҙҙың сәнғәтен лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ.

Амур Хәбибуллин, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ