Ә ретро автомобиль заманса машиналарға конкурент була аламы? Өфө юлдарында юғары тиҙлектә елдергән 63 йыллыҡ "Москвич" ты осратыу ғәҙәти булмаған күренеш, әммә бороңғо техника башҡаларҙан ҡалышмайынса үҙ йүнәлешендә хәрәкәт итә.
1955 йылда Германияла сығарылған "Москвич" бөгөн музейҙа түгел, ә Өфө урамдарында сәғәтенә 100 км тиҙлек менән бара. Техник торошо яҡшы хәлдә, аккумуляторы менән двигателе генә алмаштырылған.
Ретро "Москвич" тың башҡа техникаларҙан айырылған үҙенсәлектәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, автомобил эсендә хәүефһеҙлек ҡайыштары юҡ. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы талап итә алмай, сөнки машина заводтан уҡ ошолай сыҡҡан икән. Шулай уҡ, "Москвич" эсендә пассажир ултырған яҡта ҡояшты ҡаплаусы козерек та ҡуйылмаған. Нисек кенә булмаһын, машина хужаһы ретро дуҫы менән айырылырға теләмәй.




