Быйыл 100 табип һәм 11 фельдшер дәүләттән финанс ярҙам алып райондарға эшкә ҡайтасаҡ

"Ауыл табибы" программаһы буйынса хәҙер бәләкәй ҡалаларҙағы медицина учреждениелары ла дефицит кадрҙар менән тәьмин ителәсәк. Яңы үҙгәрештәр хаҡында бөгөн Республика Хөкүмәтенең президиум ултырышында һүҙ барҙы. Шулай уҡ хәҙер тәүге бала тыуғанда 300 мең һумлыҡ социаль түләү алыуға дәғүә итеүсе ғаиләләргә талаптар ҙа йомшарҙы. Уларҙың береһенә ярашлы, сабый Башҡортостанда мотлаҡ тыумаһа ла була.

Фото №1 - Быйыл 100 табип һәм 11 фельдшер дәүләттән финанс ярҙам алып райондарға эшкә ҡайтасаҡ

Иглин районы Иҫке Ҡыбау ауылында йәшәүселәр икенсе йыл медицина ярҙамын урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктынан ала, уға тиклем оҙаҡ ваҡыт кадрҙарға ҡытлыҡ булыу сәбәпле, был учреждение ишектәре ябыҡ була. Рәзиә Әбүләева Әлшәй районында утыҙ йылға яҡын фельдшер булып эшләгәндән һуң, Иглинға балалары янына яҡыныраҡ күсенә. Яңы хеҙмәт урынын бында оҙаҡ эҙләргә тура килмәй. Тәжрибәле белгес ике йыл элек "Ауыл фельдшеры" дәүләт программаһы буйынса эшкә ҡабул ителгән.

Программаға эләгеүемә бик шатмын. Иглиндан өй алдыҡ, йөрөп эшләүе ҡыйын түгел. Ғүмер буйына эшемде яратып эшләнем, байрамға кеүек киләм.

Рәзиә Әбүләева, Иҫке Ҡыбау ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры

"Ауыл фельдшеры" программаһы республикала икенсе йыл уңышлы эшләп килә. Быйыл тағы ла 11 белгес килешеү төҙөп, райондарға ҡайтасаҡ. Уларға дәүләттән 500 мең һумлыҡ матди ярҙам ҡаралған. "Ауыл табибы" программаһы буйынса иһә аҡсалата дәртләндереү ике тапҡырға күберәк. Әйткәндәй, быйылдан дефицит һаналған һөнәр эйәләре 50 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә урынлашҡанда ла, дәүләттән аҡсалата түләүҙәргә дәғүә итә ала. Программаны финанслау мәсьәләһе илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән республика бюджеты ҡарамағында

(Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры)Быйылдан был программа ярҙамында ауылдарҙы ғына түгел, бәләкәй ҡалаларҙағы медицина учреждениеларын да яңы кадрҙар менән тулыландырасаҡбыҙ. Яҡын арала йөҙ белгес "Ауыл табибы" программаһы буйынса килешеү төҙөп, эшкә урынлашасаҡ.

Тәүге бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған өс йөҙ мең һумлыҡ финанс ярҙамға ла хәҙер күберәк ғаиләләр дәғүә итә ала. Республика Хөкүмәтенең президиум ултырышында социаль түләүҙәрҙе башҡарыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Әйтәйек, таныҡлыҡтың ҡулланылыш мөҙҙәте алты айҙан туғыҙ айға тиклем оҙайтыласаҡ.

Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер тәүге балалары Башҡортостандан ситтә тыуғанда ла, ғаиләләр аҡсалата түләү алыу мөмкинлегенә эйә. Бығаса ошо сәбәп буйынса программанан ситтә тороп ҡалған ата-әсәләр яңынан документтар йыйып, 1 сентябргә тиклем Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына һәм күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итә ала.

Егор Родин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Билдәле булыуынса, йыл башынан 341 ғаилә беренсе бала тыуыуға бәйле социаль түләүҙәр алмаған. Ошоға бәйле, Республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һәм хөкүмәткә граждандар тарафынан күпләп мөрәжәғәттәр килә, ыңғай үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәй, Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында тормошҡа ашырылған программала хәҙер ҡатнашыусылар категорияһы арттырылды.

Башбат

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ