Республика хужалыҡтарында емеш-еләк йыйыуҙың ҡыҙған мәле

Ҡырмыҫҡалы районы Алмалыҡ хужалығында халыҡ ҡыҙарып бешкән еләктәрҙе тиҙерәк йыйып өлгөрөргә тырыша. 35 градус эҫе булыуға ҡарамаҫтан, еләк яратыусылар биҙрәләрен тиҙ тултыра. Еләктең килограммы хужалыҡта 180 һумға һатыла.

Фото №1 - Республика хужалыҡтарында емеш-еләк йыйыуҙың ҡыҙған мәле

Былтыр ҙа килгән инек. Рәхәтләнеп ҡыш буйы ашаныҡ. Тәмле. Экологически чистый продукт. Бына ике биҙрә тулып килә инде, һуң килгәнбеҙ. Башта балалар ашай туйғансы, аҙаҡ замораживать итәбеҙ шәкәргә бутап. Тәүҙә кешеләрҙән ишеттек бында тәмле, баллы еләк бар тип.

Динара Ғәлиуллина, еләк йыйыусы

Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн еләк ваҡыты иң тынғыһыҙ осор. Баҡса ишектәре емеш-еләк йыйыусылар өсөн дүрт көн элек кенә асылған. Таңғы алтынан эңергә тиклем хужалыҡта эш ҡайнай. Йәй емешле, уңышлы булһын өсөн еләктәрҙе ҡарап, тәрбиәләп торорға кәрәк, тип билдәләй баҡсасылар.

Зилә Ҡыҙарова, баҡса хеҙмәткәре)Был совхозға ете йыл. Утайбыҙ, мыйыҡтарын алабыҙ. Мыйыҡтарын алмаһаң еләк булмаясаҡ. Һыу һибергә кәрәк көндә. Ҡарайбыҙ, бөтә эште эшләйбеҙ. Бөгөн сәғәт алтынан кешеләр килде. Беҙҙең еләктәр агротекста, шуға ла улар бысраҡ түгел.

"Алмалыҡ" хужалығында еләк йыйырға теләүселәр шул тиклем күп, хатта, баҡса хеҙмәткәрҙәренә эш көнөн ике сәғәткә иртәрәк башларға тура килә. Әле ике ярым гектарҙан 350 килограмм еләк йыйырға мөмкин. Икенсе йылға хужалыҡта баҡса майҙанын ике тапҡыр арттырырға уйлайҙар.Тимәк, уңыш та артасаҡ.

Автор: Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ