Мәрйәм Бураҡаеваның программаһы Башҡортостан мәғариф министрлығы тарафынан 20 йыл дауамында тормошҡа ашырыла, йыл һайын лагерға һәр район-ҡаланан һәм күрше өлкәләрҙән бер генә һәләтле бала һайлап алына. Башҡортостан төбәктәренән һәм Мәскәү ҡалаһы, Силәбе, Һарытау, Ырымбур өлкәләренән йыйылған уҡыусыларҙың ял программаһы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
Табындар, меңдәр, көҙәйҙәр, ғәйнәләр. Йәйләүҙә балалар ырыуҙарға бүленгән, һәр төркөмдөң ҡошо, тамғаһы, ағасы ла бар. Был төркөмдәге бала тап шул ырыу вәкиле тигәнде аңлатмай, төркөмдәр йәшкә ҡарап төҙөлә. Маҡсат икенсе, балаларҙы уйын формаһында башҡорт халыҡының тарихы менән таныштырыу.
"Йәйләү" программаһының тағы бер үҙенсәлеге - бында ҡурай уйнау, ҡумыҙ сиртеү серҙәренә төшөнөргә була. Вожатыйҙар музыка ҡоралдары менән таныштырып, уйнарға өйрәтеп кенә ҡалмай, йырҙарҙың тарихын, легенда-риүәйәттәрҙе лә һөйләй. Бынан тыш, лагерҙа сәсәндәр мәктәбе, йәш рәссамдар, драма түңәрәктәре, хатта һылыуҡай студияһы ла эшләй. Йәғни, һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл, кәсеп таба ала. Сит өлкәләрҙән килгән уҡыусылар әйтеүенсә, иң мөһиме бында рәхәтләнеп башҡорт телендә аралашырға, башкөллө милли мөхиткә сумырға мөмкин. Хатта, интернет юҡлығы ла балаларҙың кәйефен боҙа алмай.
Аҡ-тирәк, күк тирәк, үгеҙ йөҙөгө, күҙ бәйләү, наза һәм башҡа уйындар. Бында спорт ярыштары милли уйындар менән үрелеп бара. Әйҙәүселәр әйтеүенсә, телгә һөйөүҙе уйындар, йыр-бейеү аша ла һеңдерергә була. Шуға күрә балалар араһында ижади конкурстар ҙа даими ойошторола.
"Йәйләү" программаһының асылы Башҡортостан тарихы, мәҙәните менән танышытырыуға йүнәлтелгән, әммә уның даирәһе, тәрбиәүи әһәмиәте күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк. Лагерҙа милли мөхитте тойорға мөмкин. Мауыҡтырғыс һәм файҙалы ял тәьҫораттары балаларҙы киләсәктә лә оҙатып барасаҡ әле. Ә Әлшәй районының хозур тәбиғәте был кисерештәрҙе нығыта ғына.




