Башҡортостанда тәүге сабый өсөн социаль түләүгә үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Хөкүмәте тәүге сабый өсөн социаль түләүгә үҙгәрештәр индерҙе. Хөкүмәт граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡабул итте. Күп кенә ғаиләләр ҡайһы бер талаптарға тура килмәү сәбәпле, ярҙам ала алмай.

Билдәле булыуынса, быға тиклем ата-әсәләре Башҡортостанда теркәлеп тә, балалары сит төбәктә тыуған осраҡта, улар социаль ярҙам ала алманы.Был Магнитогорск ҡалаһына бала табырға йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылды. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, хәҙер сит төбәктәрҙә лә бала табырға мөмкин.

Шулай уҡ, таныҡлыҡ ваҡыты 9 айға тиклем оҙайтылды. Ағымдағы йылдың 1 мартына тиклем тыуғандарға түләү алыу өсөн ғариза яҙыу ваҡыты оҙайтылды. Быға тиклем талаптарға тура килмәү сәбәпле, ғаиләләргә ярҙам биреүҙән баш тартһалар, хәҙер, үҙгәрештәр индереү менән, ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабаттан ғариза биреү мөмкинлеге бар.

Фото: Интернет.