Өфөлә алты йәшлек бала батып үлә

3 июлдә Дим районында бала батып үлә. «Карьер» күлендә ҡотҡарыусылар малайҙың кәүҙәһен сығара. Ул күл буйында ата-әсәһе менән ял итергә килгән була.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киске ваҡытта күл буйынса төркөм йыйыла, унда ата-әсәһе менән алты йәшлек малай ҙа була. Бала ата-әсә ҡарауһыҙ һыу инә. Бер аҙҙан бала юғала һәм ата-әсә ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә.

Баланы һыуҙан табалар. Уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтәләр. Тик малайҙы ҡотҡара алмайҙар- ул тиҙ ярҙам машинаһында вафат була.

Фото: Интернет