3 июлдә киске ваҡытта янғын хаҡында мәғлүмәт алына. Билдәле булыуынса, ике ҡатлы һарай яна. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, мәғлүмәт 23:22 сәғәттә килә. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында һарай янып китә. Янғынды һүндергәндән һуң, унда ирҙең кәүҙәһе табыла.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Интернет




