Башҡортостанда ауыр хәлдәге баланы дарыуҙар менән тәьмин итмәгәндәр

Бәләбәй районында дүрт йәшлек ҡыҙҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса тикшереү эше ойошторола. Балаға бушлай дарыуҙар бирмәйҙәр.

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, операциянан һуң бала ҡиммәтле препараттарға мохтаж була. Законға ярашлы, мөмкинлеге сикләнгән бала ташламалы дарыуҙар алырға хоҡуҡлы. Әммә дарыуханала препараттар булмай, табиптар бушлай алыу өсөн юллама яҙмай.

Дауахана етәксеһе исеменә шелтә яһала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы оператив рәүештә дарыуханаға препараттар оҙата. Бала туҡһан мең һумға торошло дарыуҙар ала.

Фото: Интернет