Республикала эҫе көндәр тороу сәбәпле йөк машиналары хәрәкәтен сикләнеләр

Башҡортостанда эҫе көндәр тороу сәбәпле, 3 июлдән көндөҙгө ваҡытта юлдарҙа йөк машиналарына хәрәкәт итеү сикләнә. Был сара һауа температураһы +32°С юғары булғанда, ҡулланыла, тип хәбәр итә республика Транспорт буйынса дәүләт комитеты.

Фото №1 - Республикала эҫе көндәр тороу сәбәпле йөк машиналары хәрәкәтен сикләнеләр

Йөк машиналары водителдәре төбәк һәм муниципаль-ара юлдарға 22:00 сәғәттән алып 10:00 сәғәткә тиклем сыға ала. Сикләү 31 августҡа тиклем дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем федераль кимәлдәге 300 саҡрым юлды төҙөкләндереү ҡаралған.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ