Өфөлә суд компанияны 40 млн һумға торошло биләмәне хакимиәткә кире ҡайтарырға ҡушты

Компанияға Дим биҫтәһендә урынлашҡан ҙур биләмәне кире ҡайтарырға ҡушты.Уны тапшырыу законһыҙ тип иҫбатланды.

Хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдың апрель айында ике ойошма араһында килешеү төҙөлә. Уға ярашлы, бер фирмаға 100 000 кв.м. майҙанлы ер биләмәһе тапшырыла. Ер, ойошма тарафынан проблемалы йорттар төҙөлөшөн тамамлау маҡсатында, компенсация сығымдары сифатында тапшырыла. Компания бында торлаҡ төҙөлөшөн күҙаллай. Муниципалитет эштәре законһыҙ тип табыла.

Хакимиәткә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡуштыла. Һөҙөмтәлә, килешеү законһыҙ тип табыла. Ер биләмәһе муниципалитет милкенә ҡайтарыла.

Фото: Интернет