Ойошма етәксеһе хеҙмәт хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Хеҙмәт хаҡын 41хеҙмәткәр алмай.
Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 2016 йылдан 2018 йылға тиклем физкультура-спорт ойошмаһы етәксеһе 41 хеҙмәткәргә хеҙмәт хаҡы түләмәй. Шул уҡ ваҡытта, ул бурысын ҡайтарыу буйынса бер ниндәй ҙә саралар күрмәй. Ойошманың хеҙмәт хаҡы түләргә мөмкинлеге була, әммә ул аҡсаны башҡа маҡсатта ҡуллана.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Бурысты ҡайтарыу буйынса саралар ҡарала. Тикшереү эше дауам итәсәк.
Фото: Интернет




