Мәктәптә коррупцияға урын юҡ

Берҙәм дәүләт имтихандары барышында мәғарифты күҙәтеү федераль хеҙмәте тарафынан республикала 12 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Был турала Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем биреү өлкәһендә коррупция күренештәрен иҫкәртеүгә арналған семинар барышында билдәләнде.

Фото №1 - Мәктәптә коррупцияға урын юҡ

Айырым райондарҙа педагогтар имтихан барышында уҡыусыларҙың шпаргалка һәм микронаушник ҡулланыуҙарына күҙ йомоп ҡараған. Бәғзе мәктәптәрҙә һынауҙар мәлендә синыфта уҡыусыларға ярҙам итеүселәр булыуы асыҡланған. Тәртип боҙоусыларға имтихандарҙы киләһе йыл ҡайтанан тапшырырға тура киләсәк.

Ата-әсәләр балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙәге йыйымдарға ризаһыҙлыҡ белдереп ведомствоға йыл ярым эсендә 56 мөрәжәт йүнәлткән. Уҡытыусылар синыфтарҙы ремонтлау, дәреслектәр өсөн аҡса талап итә. Уҡыу йорттарында йыш ҡына был юл менән имтихандарҙы һәм контроль эштәрҙе уңышлы тапшырған өсөн "рәхмәт" белдерәләр. Белгестәр бындай намыҫһыҙлыҡ осраҡтары күҙәтелгән хәлдә аудио, видео һәм башҡа дәлилдәр беркетеп мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте идаралығына ялыу яҙырға тәҡдим итә.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үткән фекер алышыуҙа тап ошондай кире күренештәрҙе иҫкәртеү юлдары барланды. Уҡыу йорто ректоры Илгиз Ҡәҙерғолов әйтеүенсә, мәктәптә коррупцияға урын юҡ. Йәш быуынды тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән замандаштарыбыҙ һәр яҡлап өлгөлө шәхестәр булырға тейеш, шуға ла кадрҙар сәйәсәтенә бик етди ҡарау мөһим.

Мәғариф системаһында коррупцион хәүеф бар: БДИ тамамланып тора, абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына инәләр. Балалар баҡсаһына, мәктәпкә ингән саҡта ла коррупция менән тап килергә мөмкин. Ата-әсәләрҙән хәйриәгә аҡса һорайҙар һ.б. Шуға ла ошо сараны үткәрергә булдыҡ. Коррупцияға ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле методы тип профилактика һанала.

Илгиз Ҡәҙерғолов, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ