Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына ла диплом тапшырылды. Кисәге студенттар, бөгөнгө йәш белгестәр йола буйынса һауаға шарҙар осороп, ҡыҙыл келәмдән үтте.
Артабан байрам концерт залында дауам итте. Быйыл юғары уҡыу йортон 800-ләп егет һәм ҡыҙ тамамланы. Уларҙың 335-е "ҡыҙыл диплом"ға.




