Әлеге ваҡытта эшселәр ер аҫтындағы техник ҡатты күтәреп, һыу инеү урынын ҡороуға тотонған. Бассейндан тыш, бинала фитнес, тренажерҙар залы ла ҡаралған. Бында шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырыла.
Төҙөүселәр бассейндың ер аҫтындағы ҡатын арматуралар менән нығыта. Тимер-бетон ҡоролманы күтәргәндә сифатлы ҡорос һөлдәһеҙ мөмкин дә түгел. Өфөнөң Төхвәт Йәнәби урамында барлыҡҡа киләсәк бассейнда эш ярты йыл самаһы элек башланған. Проекттың төп үҙенсәлеге тиҙ ҡоролмалы һәм күп функциялы булыуында. Бассейндан тыш, бында фитнес һәм тренажерҙар залы, һыуҙы заманса таҙартыу системаһы, кейем алмаштырыу, душ, медицина бүлмәләре буласаҡ. Бер сменала 50 кеше хеҙмәтләндереләсәк.
Үҙенсәлекле ҡоролма федераль үҙәктә раҫланған проект буйынса эшләнә. Әлеге ваҡытта бындай комплекстар Рәсәйҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ, шулай ҙа яҡын киләсәктә улар илдең тағы ла ике тиҫтәләп ҡалаһында сафҡа инер тип көтөлә.
Республиканың 100 йыллығына арнап төҙөләгән бассейндың хаҡы тәүҙә 146 миллион һум күләмендә билдәләнгән булған. Шулай ҙа федераль кимәлдә алып барылған һөйләшеүҙәр һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ ярҙамында был сумма байтаҡҡа кәмегән.
Комплекс төҙөлөшө Калинин районы өсөн күптән көтөлгән ваҡиға, сөнки Өфөнөң төньяғында бассейнлы бер генә заманса комплекс та булмаған. Әлеге ваҡытта Инорс биҫтәһендә 200 мең самаһы кеше йәшәй. Бассейн сафҡа инеү менән улар йәй көндәрендә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә рәхәтләнеп һыу инә аласаҡ.




