Эш барышында улар урындағы хакимиәт, йәмәғәт вәкилдәре менән берлектә ауыл халҡы менән осрашты. Депутаттар Түбәнге Зәйет, Ерәкле, Бурһыҡ, Дүртөйлө, Йәрәмкә ауылдарын ҡараны.
Ерәклелә халыҡтың көтөп алған көнө – фельдшер-акушер пункты асылыу тантанаһы үтте. Бында меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙға ярҙам күрһәтеләсәк.




