Әбйәлил районы Тупаҡ ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы үтте

Ауыл үҙенең эшһөйәр халҡы менән билдәле. Йәштәр ситкә китмәй тыуған төйәгендә ҡалырға тырыша. Демографик хәл дә яҡшы. Әлеге ваҡытта Тупаҡта өр-яңынан мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлә.

Тупаҡ ауылына таң һарыһынан ҡунаҡтар ағыла. Оҙаҡ күрешмәгән ауылдаштар бер-береһен, тыуған яғын өҙөлөп һағынған. Был аңлашыла. Һуңғы тапҡыр "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" теүәл 10 йыл элек үткән.

Ауылға етмәҫ элек үк урындағы халыҡтың байрамға ныҡлы әҙерләнгәне, эшкә күңел йылыһын һалғаны күҙгә ташлана. Йорт, ихаталар, ҡойма-баҡсалар, социаль-көнкүреш объекттары сағыу төҫтәргә мансылған, урамдар тәртипкә килтерелгән. Әлеге ваҡытта Тупаҡ ауылында 400-ҙән ашыу йорт иҫәпләнә. Меңгә яҡын кеше йәшәй.

Ғөмүмән, Тупаҡ ауылы төбәктең башҡа ауылдарынан бер ҙә ҡалышмай. Әлеге ваҡытта 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Әлбиттә, был ваҡиға халыҡ өсөн үтә лә ҡыуаныслы, сөнки һуңғы йылдарҙа ауылда балалар һаны күҙгә күренеп арта. Тупаҡ ауылы үҫә, йәштәр ҙә тыуған төйәгендә ҡалырға тырыша, матур итеп йорттар һала.

Автор: Азат Ғәлиуллин.