Сара Граф күле буйында урынлашҡан “Йәйләү” тармаклы лагеры үҙ эшен тамамлауы менән бәйле. Йәйләү” тармаҡлы лагеры районда 3 йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Бында 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡорт телендә аралашып,башҡорт халҡының мәҙәниәтен,тарихын,йолаларын өйрәнде. Ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндө.
Ә инде ҡурай байрамы 21 көн эшләгән эштең һөҙөмтәһе.Байрамға райондың оҫта ҡурайсылары,ҡурайға битараф булмағандар йыйылған ине. Башҡортостандың 100 йыллғына арналған был байрамда 100 ҡурайсы ҡатнашты .Концертта балалар ҡурайҙың килеп сығыу тарихына айырым әһәмиәт бирҙе.
Боронғо уйын ҡоралы- халҡыбыҙҙың юлдашы ла ,шатлығында ла,ҡайғыһында ла башҡорт ҡурай моңонан айырылмаған. Ҡурай ул беҙҙең тарихыбыҙ ,атай-олатайзарзан ҡалған ҡомартҡыбыҙ ,беҙ уны иң изге мираҫыбыҙ итеп һаҡларға бурыслыбыҙ. Ә йәйләү лагеры сиктәрендә үткәрелгән курай байрамын йылда унын програмаһына индереү килешелде. Был иһә курайсылар сылбырын өҙм әү, уны үстереү йәһәтенән ифрат ҙур роль уйнаясаҡ.




