Салауат ҡалаһы 70 йыллығын билдәләне

Юбилей тантанаһы ҡаланың үҙәк паркында башланды. Байрам майҙанын ижади коллективтар сығыштары, төбәктең тарихи үткәне һәм бөгөнгөһөн байҡаған сағыу күргәҙмәләр биҙәне. Ҡала көнөндә Салауатта күптән көтөлгән төҫлө музыкаль фонтан асылды.

Фото №1 - Салауат ҡалаһы 70 йыллығын билдәләне

Көйгә урғылған фонтандың бейеклеге 14, диаметры 20 метр. Байрамда һәр кем күңел асты, ҡул эштәре оҫталарының ижады менән танышты, концерт программалары, спорт ярыштарына тамаша ҡылды.

Юбилей тантаналары кискәсә дауам итте. Киске программала салауаттарҙы ҡала, республика һәм Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары тәбрикләне.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ