Өфөлә Стритбол буйынса иң яҡшы командалар асыҡланды

"Ҡашҡаҙан" паркында үткән сарала чемпионаттың тәүге туры һәм урам баскетболы буйынса беренселек уҙҙы. Мәртәбәле ярышта барлығы 70 команда көс һынашты. Ҡатнашыусылар күп булғас, ойоштороусыларға уйын ваҡытын 5 минутҡа ҡыҫҡартырға тура килде.

Фото №1 - Өфөлә Стритбол буйынса иң яҡшы командалар асыҡланды

Башта ябай баскетболда ғына уйнай инем.Һуңынан ошондай бәйгеләрҙә ҡатнаша башланыҡ. Миңә бында бик оҡшай. Был уйында энергияны күп сарыф итергә кәрәк. Шулай уҡ хәрәкәттәр йылдам булырға тейеш.

Вилена Ғарифйәнова, ярышта ҡатнашыусы

Чемпионаттың беренсе турында Бөрө ҡалаһы ҡыҙҙарына етеүсе булманы. Икенсе урынды Күмертауҙар алһа, Краснокама районы баскетболсылары өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Ә бына ир-егеттәр араһында беренселекте Тәтешле районы уйынсылары яуланы. Икенсе урында Салауат ҡалаһы. Өсөнсөлә иһә Иглин баскетболсылары. Ярыштың икенсе туры 7 июлдә "Ҡашҡаҙан" паркы майҙанында үтәсәк.

Ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Урам баскетболы яйлап профессиональ кимәлгә күтәрелә. Ул спорт форматында ойошторола башланы. Был беҙгә Рәсәй күләмендәге ярыштарға сығырға этәргес бирә.

Игорь Ермилов, Республика баскетбол федерацияһының спорт ярыштарын үткәреү буйынса бүлеге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ