Өфөлә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса төбәк-ара ярышҡа старт бирелде

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан уҙғарылған сарала Башҡортостан спортсыларынан тыш, Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләре һәм Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнаша. Дүрт көн дауамында улар ҡаршылыҡ һыҙаттарын үтеп, төрлө эстафеталарҙа көс һынашасаҡ.

Фото №1 - Өфөлә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса төбәк-ара ярышҡа старт бирелде

Бөгөн "штурмлы баҫҡысты" үтеү бәйгеһе ҡағиҙәһенә ярашлы, һәр кем 32 метр арауыҡты йүгереп килеп, уҡытыу башняһының икенсе ҡатына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә менергә тейеш ине.

Ярышта шәхси рекорд ҡуйыуыма шатмын. Финалға тиклем тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшермен тип ышанам. Ил, донъя кимәлендәге бәйгеләрҙә көсөмдө һынап ҡарағаным булды.

Екатерина Чендакова, ярышта ҡатнашыусы

Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса иң көслө тип танылыусылар Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ. Ярыш быйыл 27 июлдән 1 августҡа тиклем шулай уҡ Өфөлә үтә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ