Республикала дауыл, йәшенле ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡ яуыуы көтөлә

Елдең тиҙлеге урыны менән секундына 24 метрға етеүе ихтимал тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы. Шул уҡ ваҡытта йәйге селлә лә дауам итә.

Киләһе тәүлектәрҙә һауа температураһы 36 градусҡаса күтәрелеүе фаразлана. Дауыл сыҡҡан осраҡта, белгестәр ағас олондары, реклама банерҙары, йорт ҡыйыҡтарынан алыҫыраҡ торорға, асыҡ урындарҙа уйһыу ерҙәрҙә йәшенергә кәңәш итә. Тәҙрәләрҙе лә ныҡ итеп ябып ҡуйыу хәйерле.

Йәшен мәлендә лә йылға, күл ярҙарынан мөмкин тиклем алыҫыраҡ, ағас тирәһенән , бигерәк тә яңғыҙ торғандарын урап үтергә кәрәк. Асыҡ яланда күк күкрәп ямғыр яуғанда, йәшендән канау, йырын төбөндә йәшенеп ҡалырға мөмкин.