Һуңғы көндәрҙә республика һыу инеү урындарында бәхетһеҙ осраҡтар һаны артты

Статистика күрһәткестәре буйынса Башҡортостанда ун көн эсендә генә 15 кеше батып һәләк булған. Граждандарҙы һаҡлау идаралығы белгестәре Өфөләге һыу инеү урындарына рейдҡа сыҡты.

Фото №1 - Һуңғы көндәрҙә республика һыу инеү урындарында бәхетһеҙ осраҡтар һаны артты

Баш ҡаланың йыһазландырылмаған пляждарында ял итеүселәр әҙ түгел. «Һыу инеү тыйыла» тигән иҫкәртеү ҡуйылһа ла Өфө халҡы уны иҫәпкә алырға теләмәй. Ҡала пляждарын тикшерергә сыҡҡан белгестәр һыу буйында ял итеүселәрҙе хәүеф хаҡында берәм-берәм тигәндәй иҫкәртеп сыҡты. Махсус листовкалар ҙа таратты. Әммә был алым мәсьәләне хәл итмәй күрәһең, йәкшәмбе көндө генә бында һыу инергә йөҙҙән ашыу кеше килгән.

– Ял көндәрендә йылға буйында халыҡ ҡайнап тора. Әлбиттә, был урынды лә йыһазландырылған, таҙа итеп күрге килә. Бындай эҫелә һыу инеү өсөн йыраҡҡа йөрөгө килмәй, - ти тыйылған урында һыу инеүсе Дмитрий Бочкарев.

Беҙ халыҡты йыһазландырылған, таҙартылған, төбөн водолаздар тикшергән урындарҙа ғына һыу инергә өндәйбеҙ. Йылға-күлдәрҙә ҡотҡарыусылар даими дежур итмәгәндә бәхетһеҙ осраҡтар булыуы мөмкин. Бөгөн Өфөлә тейешенсә йыһазландырылған 9 һыу инеү урыны асыҡ, уларҙың өсәүһендә бушлай ял итергә була.

Сергей Евстафьев, Өфө ҡалаһы ленин районы буйынса граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүенсә һыу инеү миҙгелендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Бигерәк тә балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим. Һауа торошо боҙолған саҡта ҡотҡарыусылар һыу инеүҙән бөтөнләй баш тартырға кәңәш итә.

Автор: Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ