Әлбиттә, был эш законлы рәүештә суд ҡарары буйынса башҡарыла. Әммә фитнес-клуб етәкселеге билдәләүенсә, уларҙың бер кем алдында ла бурысы булмаған, суд приставтарына икенсе ойошма хужалары яуап тоторға тейеш. Тренажерҙарһыҙ тороп ҡалған фитнес-клуб проблемаһы хаҡындабеҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Баш ҡала үҙәгендәге фитнес-клубтарҙың береһенә суд приставтары килеп, барлыҡ клиенттарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ишек артына сығара. Саҡырылмаған ҡунаҡтар тренажер залындағы мөлкәткә арест һала. Ойошма идарасыһы билдәләүенсә, тартып алынған ҡорамалдарҙы, гантель, штангаларҙы кире ҡайтарыу өсөн улар хәҙер судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.
Фитнес-клуб бер көн эсендә илле тренажерһыҙ тороп ҡала. Күреүегеҙсә, бина яртылаш буш хәлдә. Ойошма етәкселеге клиенттарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында яңы спорт ҡорамалдары һатып алырға мәжбүр була.
Билдәле булыуынса, был спорт үҙәге 2016 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Әммә икенсе исем аҫтында. Һәм хужаһы ла бөтөнләй башҡа кеше була. Башҡарыу ҡағыҙҙары буйынса бурысты ла тап ул түләргә тейеш. Яңы ойошма идарасыһы әйтеүенсә, улар бында эш башлағанда, ысынлап та ҡайһы бер ҡорамалдар алдағы эшҡыуарҙан тороп ҡала, тик улар үҙҙәре лә бит бизнес үҫешенә аҡсаһын түгә. Арест һалынған тренажерҙарҙың утыҙ проценты яңыраҡ ҡына һатып алынған.
Суд приставтары билдәләүенсә, улар башҡарыу ҡағыҙҙарына ярашлы эшләгән. Республиканың юғары суды ҡарары буйынса был мөлкәт арест исемлегендә бар, шуға күрә ул фитнес-клубтан тартып алына ла инде.
2016 йылда был фитнес-клубҡа абонементтар һатып алып, хеҙмәтләндерелмәйенсә аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған граждандар өсөн был ҡыуаныслы яңылыҡ, әлбиттә. Ул ваҡытта "Лотус" исеме аҫтында эшмәкәрлек алып барған был ойошманы Самат Нәзиров етәкләй. Спорт үҙәгенең элекке хужаһы алданған клиенттары менән тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләне. Ул үҙен дә был осраҡ буйынса зыян күреүсе тип һанай.
"Рейдерҙар ҡулына эләктем,"-ти Самат. Тик был фекерҙе икенсе яҡ иңҡар итә. Шулай ҙа юғары суд ҡарары бәхәсле процессҡа нөктә ҡуйҙы тиергә була. Сөнки былтыр ҙа суд приставтары шул уҡ урында яңы исем аҫтында сығыш яһаған компанияның мөлкәтен тартып алырға тырыша, тик ул ваҡытта башҡарыу ҡағыҙҙары буйынса ҡуҙғатылған эш туҡтатылып тора.




