"Тирмәләр ҡаласығы" киске уйынға саҡыра

Өфөнөң Якутов мәҙәниәт һәм ял паркында күптән түгел эш башлаған "Тирмәләр ҡаласығы" проекты ағзалары аҙна һайын мәҙәни тамаша тәҡдим итә. Бынан тыш, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына ҡул оҫталарының эштәре күргәҙмәгә сығарылды.

Фото №1 - "Тирмәләр ҡаласығы" киске уйынға саҡыра

Урында уҡ һатып алыу мөмкинлеге лә бирелә. Киске уйында асыҡ микрофон ойошторола. Бында һәр теләүсе үҙ оҫталығын күрһәтә ала. Тамашаны ҡала халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа йылы ҡабул итә.

“Тирмәләр ҡаласығы”нда милли биҙәлешле кейем, музыка ҡоралдарын, ризыҡ һатып алырға мөмкин. Маҡсатыбыҙ – милли элементтарҙы заманса кейемгә ҡушып, көндәлек әйберҙәр яһарға, тип билдәләй тегенселәр Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ