Башҡортостанда 11 йәшлек ҡыҙ туғыҙынсы синыфта уҡыусы үҫмер егет менән юғала

Республиканың Иглин ҡасабаһында 11 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр. Бала 3 июлдә юғала. Әлегә тиклем уның тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.

Иглиндә 11 йәшлек ҡыҙ юғала. Беҙҙең редакцияға уынң апаһы һөйләүенсә, ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр 3 июлдә күрәләр. Мәктәп уҡыусыһын туғыҙынсы синыфта уҡыусы Кирилл исемле үҫмер менән урамда күрәләр.

Билдәле булыуынса, ата-әсәһе полицияға бала юғалыу буйынса ғариза яҙған да инде. Ә Кирилл, осраҡтан һуң, социаль селтәрҙән үҙ сәхифәһен юйып ташлай. bash.news редакцияһы Иглиндә һәм Өфөлә йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға саҡыра:юғалған ҡыҙ бала һеҙҙең арала йөрөүө мөмкин.

Фото: социаль селтәрҙәр.