Башҡортостанда ойошма хеҙмәткәрҙәргә ҡарата 2,6 млн һум күләмендә бурысы йыйылған

Салауатта прокуратура тикшереүенән һуң ойошма хеҙмәт хаҡы буйынса йыйылған бурысыны ҡайтара. 134 хеҙмәткәр эш хаҡы ала алмай. Май айы башына бурыс 2,6 млн һум тәшкил итә.

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, «Башкирэлектромонтаж-Салауат» ойошмаһында тикшереү үтә. Асыҡланыуынса, ойошма 134 хеҙмәткәргә эш хаҡы түләмәгән. Компанияға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла, шулай уҡ, 30 мең һум күләмендә штраф һалына.

Һөҙөмтәлә ойошма өлөшләтә бурысын ҡаплай. Улар бер миллион һумдан ашыу аҡса ала. Ҡалған бурыс тиҙ арала түләнеп бөтәсәк.

Фото: Интернет