Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡ районы депутатына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата. Ирҙе ҙур күләмдә аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр.
Тикшереү варазлауынса, 2016 йылда депутаттың ҡыҙы ер биләмәһен ҡуртымға ала.Биләмә хужалыҡ өсөн ҡаралған була. Артабан асыҡланыуынса, бында депутат законһыҙ рәүештә ҡом-гравий ҡатнашмаһын сығарған булған.
Ир тирә-яҡ мөхиткә 10 млн. һум күләмендә зыян килтерә. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Тикшереү эше дауам итәсәк.
Фото: Интернет.




