Башҡортостанда ағымдағы йылдың беренсе кварталы өсөн йәшәү минимумы күләме үҙгәрҙе. Был ҡарарға Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Шулай итеп, республикала йәшәү минимумы күләме 8 615 һум тәшкил итә, был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 3,2%-ҡа күберкә. Эшкә яраҡлы йәштәге граждандар өсөн минимум ғинуар айынан март айына тиклем 9 141һум тәшкил итте, балалар өсөн- 7 027 һум һәм хаҡлы ялдағылар өсөн 8 695 һум.
Төбәктәге аҙыҡ-түлек кәрзине нигеҙендә һәм тауарҙар хаҡы мәғлүмәттәре буйынса квартал һайын йәшәү минимумы күләме билдәләнә.
Фото: Интернет




