Әлеге ваҡытта юл ишелеүенең сәбәптәре асыҡлана. Осраҡ Әхмәтов урамында теркәлә. Уның эҙемтәләре өҫтөндә белгестәр эшләй.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ер автомобилдәр йөрөгән юлда убылып төшә. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Юлдың был өлөшө кәртәләнә. Хәл күҙәтеү аҫтында.




