Өфөлә 8 июлдә "Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө" билдәләнә

Ағымдағы йылдың 8 июлендә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан LIFESTYLE үҙәге һәм «Башҡортостан»ДУП ТРК-һы - БЮТ барыһында байрамға саҡыра.

12.00 сәғәттән алып 16.00 сәғәткә тиклем һеҙҙе мауыҡтырғыс программа көтә. Ижади мастер-кластар, спорт ярыштары һәм концерт программаһы ойошторола.

Сара ваҡытында балалар менән аниматорҙар күңел асасаҡ. 12.00- 15.00 ваҡытта БЮТ байрам сараһынан тура бәйләнеш ойоштора, шулай уҡ, «Бәхетнамә» тапшырыуында махсус сығарылыштар көтөлә.