Белорет районында йәшәүсе ир законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә.
Белорецк ҡалаһының прокуратураһы хәбәрт итеүенсә, ағымдағы йылдың март айында ғәйепләнеүсе урманға сыға. Рөхсәте булмайынса, ул ике ҡарағай ағасын ҡырҡа.Һөҙөмтәлә, тәбиғәткә 16 000 һум күләмендә зыян килтерелә.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Шулай уҡ, ул зыян күләмен ҡаплай. Енәйәт эшен судҡа тапшыралар.
Фото: Интернет




