Башҡортостанда элеваторҙарҙы тикшереү эше башланды

Башҡортостанда икмәк ҡабул итеү ойошмаларының, икмәк аҙыҡтары комбинаттарының һәм элеваторҙарҙың материаль-техник базаһын тикшереү буйынса комиссия үҙ эшен башланы.Комиссияның маҡсаты- ағымдағы йылдың уңышын сифатлы итеп һаҡлап ҡалыу.

Бөгөнгө көнгә дүрт элеватор тикшереү үтә. Барлығы 31 ойошманы тикшереү бурысы тора.

Комиссия составына Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса идаралыҡ һәм хакимиәт вәкилдәре инә. Комиссия тарафынан ойошмаларҙың дөйөм торошо, иген культураларын ҡабул итеүгә әҙерлеге тикшерелә.

Фото: Интернет.