БашҡортостандаБашҡорт дәүләт университеты студенттарына стипендияны арттырырға ниәтләйҙәр. Мәктәптә яҡшы белем алыу буласаҡ студенттарҙың стипендияһына тәьҫир итәсәк. БДИ буйынса юғары балл йыйған студенттар яҡшы стипендияға өмөт итә ала.
Кем дә кем берҙәм дәүләт имтиханы буйынса 240 балл йыйған, уларға 3000 һум күләмендә стипендия ҡаралған. Кемдеке 270 балл, ул 5000 һум аласаҡ.
Бынан тыш, Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары 10 000 һум күләмендә стипендия аласаҡ. Был Халыҡ-ара олимпиадаларҙа һәм дөйөм фәндәр буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан РФ-тың йыйылма командалары ағзаларына ла ҡағыла
Фото: Интернет.




