Янғын 5 июль көнө теркәлә. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә. Зыян күреүселәр юҡ.
Хәбәр итеүҙәренсә, Минһажев урамы, 156 адресы буйынса гараж янып китә. Ваҡиға сәбәптәре билдәһеҙ.
Урында йәшәүселәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар. Гараждарҙа тәмәке тартырға ярамай, шулай уҡ, усаҡ яғырға, газ баллондарын ҡалдырырға тыйыла.
Фото: Интернет




