Өфөлә «Меркурий» сауҙа үҙәгенән 500-ҙән ашыу кеше эвакуациялана

Сауҙа үҙәктәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәләшен тикшереү дауам итә. Орджоникидзе районы биләмәһендә 7 сауҙа комплексы урынлашҡан. Көн һайын сауҙа үҙәктәре меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Шуға күрә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә айырым иғтибар бүлеү мөһим.

Фото №1 - Өфөлә «Меркурий» сауҙа үҙәгенән 500-ҙән ашыу кеше эвакуациялана

4 июлдә «Меркурий» сауҙа комплексында күнекмә үтә. Бинанан биш йөҙҙән ашыу кеше эвакуациялана. Янғын сигналы системаһы төҙөк торошта.Етди етешһеҙлектәр табылмай. Сауҙа комплексы хеҙмәткәрҙәре янғын сыҡҡан осраҡта, нимә эшләргә икәнен белә.

Сауҙа үҙәктәрендә йөрөгән саҡта һәр кешегә иғтибарлы булыу мөһим. Эвакуация планын өйрәнеү кәрәк. Янғын сыҡҡан осраҡта 101 телефоны буйынса шылтыратығыҙ

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ