Иглиндә хәбәрһеҙ юғалған 11 йәшлек Саша Чернусскаяны һәм уның 15 йәшлек дуҫын эҙләү эше тамамланды. Улар үҙҙәре ҡайта. Әлеге ваҡытта балалар менән тәфтишселәр эшләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июлдә кис көнө ҡыҙ менән үҫмер егет сығып китәләр һәм ҡайтмайҙар. Сашаның ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә. Баланың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Үҫмерҙәр ҡайҙа булғанлығы әлегә билдәһеҙ.




