Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса идаралыҡ вируслы талпан энцефалиты буйынса мәғлүмәт бирҙе. 5 июлгә ҡарата 4245 га майҙан эшкәртелә. Был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 5%-ҡа күберәк.
Хәбәр итеүҙәренсә, балалар өсөн йәге ял итеү ойошмалары үҙ биләсәләрен эшкәртеүгә айырым иғтибар бүлә. Талпанға ҡаршы саралар 1845,7 гектар майҙанда башҡарыла. Шулай уҡ, талпандарҙы ҡабул итеү һәм уларҙы тикшереү буйынса пункттар асылған.
Медицина учреждениеларына 7179 кеше мөрәжәғәт итә. Быйыл мөрәжәғәт итеүселәр һаны аҙыраҡ. 2017 йылда был һан 8 341 кешене тәшкил итә.
Фото: Интернет




