Өфөлә «Ағасты һаҡла» мәрхәмәтлек акцияһы уҙҙы

Аксаков исемендәге баҡсала Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәге һәм эшләп йөрөүсе йәштәр советы тарафынан макулатура йыйыу ойошторолдо. Йыйылған аҡса ауыр сир менән яфаланған Эльдар Сафроновҡа йүнәлтеләсәк.

Ҡағыҙ ҡалдыҡтарын ойошма хеҙмәткәрҙәре, Өфөлә йәшәүселәр алып килә. Һөҙөмтәлә, 3,5 тоннанан ашыу макулатура йыйыла. Иң ҙур күләмдә- 512 кг – Өфөнөң сабыйҙар йорто хеҙмәткәрҙәре тапшыра.