Башҡортостанда 6 һәм 7 июлдә айырылышауҙарҙы теркәмәйәсәктәр. Айырылышырға тип килгән парҙар менән медиаторҙар һәм психологтар эшләйәсәк. Был акция Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнала.
Акцияның маҡсаты- ғаилә статусын күтәреү һәм ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡлап алып ҡалыу. Быға тиклем республикала парҙар өсөн ярашыу бүлмәләре асыҡ ине, унда айырылышыу сигенә еткән ғаилә ағзалары менән психологтар һәм медиаторҙар эшләй. Ярҙам бушлай күрһәтелә.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Рәсәйҙә 2008 йылдан алып билдәләнә.
Фото: Интернет




