Башҡортостанда балалар йортттарын берләштерәсәктәр. Дәүләт учреждениеларын үҙгәртеп ҡороуҙоң маҡсаты- республика ҡаҙнаһын сифатлы ҡулланыу. Был хаҡта төбәк Хөкүмәте хәбәр итә.
Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Өфө балалар йорттарын берләштерәсәктәр. Стәрлетамаҡ менән Белорет учреждениелары үҙ хоҡуҡтарын Өфө сабыйҙар йортона тапшырасаҡ. Хәҙер башҡалалағы балалар йорто «Дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Республика махсуслаштырылған балалар йорто» исемен йөрөтәсәк.
Фотография: Интернет




