Башҡортостанда машина күлгә төшөп китә: балалы ғаилә батып үлә

Республиканың Краснокама районында 6 июлдең таңғы ваҡытында «Лада» автомобиле күлгә төшөп китә. Салонда өс кешенән торған ғаилә ултыра, шул иҫәптән йәш ярымлыҡ бала. Улар һыуҙан ҡотола алмай.

Фото №1 - Башҡортостанда машина күлгә төшөп китә: балалы ғаилә батып үлә

Билдәле булыуынса, 35 йәшлек ир һәм уның 33 йәшлек ҡатыны, уларҙың балалары төнгөлөк менән күл буйында ял иткән. Таңға табан, билдәһеҙ сәбәптәр буйынса, автомобиль һыуға төшөп китә. Ҡотҡарыусылар уларҙың кәүҙәләрен һыуҙан сығаралар. Әле ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: life.ru

Фото №2 - Башҡортостанда машина күлгә төшөп китә: балалы ғаилә батып үлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ