Республиканың Бөрйән районында депутаттар үҙ вәкәләттәренән бушатылды. Улар Ырғыҙлы ауыл советтарында эшләй. Был хаҡта республика Прокуратураһы хәбәр итә.
Уларҙың береһе, 57 йәшлек депутат, ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Ул урында йәшәүсенән 15 мең һум күләмендә аҡса һорай. Икенсеһе иһә 2017 йыл өсөн килем һәм сығымдар хаҡында белешмә тапшырмай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,республиканың Ҡалтасы районында балиғ булмаған балаға алкоголь һаталар. Яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн, «Хабипов» ЯСЙ-һы етәксеһе полицияға аҡса тәҡдим итә. Законһыҙ эш итеү кисектерелә.
Фотография: Интернет




