Өфөлә Советтар Союзы Геройы Зоя Космодемьянская иҫтәлегенә сквер һәм обелиск астылар

Өфөнөң Ленин районында Советтар Союзы Геройы Зоя Космодемьянская иҫтәлегенә сквер һәм обелискты тантаналы асыу сараһы уҙҙы.

Фото №1 - Өфөлә Советтар Союзы Геройы Зоя Космодемьянская иҫтәлегенә сквер һәм обелиск астылар

Геройға сквер һәм һәйкәл 80-се йылдарҙа уҡ асыла, әммә 90-сы йылдарҙа ул эшлектән сыға. Был биләмәне урында йәшәүселәр автомобилдәр ҡуйыу маҡсатында ҡуллана. 2016 йылдан алып скверҙа төҙөкләндереү эше башлана, асфальт һалына, сәскәләр һәм ағастар ултыртыла. Хәҙер һәйкәл асыу күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ