Башкортостан баш ҡалаһына Санкт-Петербургтан бизнес-делегация килде. Төньяҡ баш ҡала делегацияһы составына медицина учреждениялары, сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы һәм башҡа эшлекле өлкә вәкилдәре ингән.
Сәфәр сиктәрендә "Башҡортостандың һәм Санкт-Петербургтың сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге: мөмкинлектәр һәм перспективалар" тип аталған конференция уҙҙы. Шулай уҡ "Медицинала импортты алмаштырыу: яҡтар эшмәкәрлеге өсөн мөмкинлектәр" тип исемләнгән "түңәрәк өҫтәл", эшлекле бәйләнештәр биржаһы, Республика ведомстоваларында, ҡала хакимиәтендә осрашыуҙар үтте. Нева буйы делегацияһы "Өфө" индустриаль паркы һәм баш ҡаланың бер нисә предприятияһы менән яҡындан танышты.




