Эпик ҡомартҡы брайль шрифтында

Башҡорт халҡының мәшһүр "Урал Батыр" эпосын хәҙер күреү мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә уҡый ала. Баҫма ике китаптан тора. Әле ул 15 данала нәшер ителгән. Башҡорт теленән брайль шрифтына ауҙарыуға бер аҙна самаһы ваҡыт киткән. Баҫманың корректоры Зарема Сөләймәнова әйтеүенсә, эпосты брайль шрифтына күсереү ҙур иғтибарлыҡ талап иткән.

Фото №1 - Эпик ҡомартҡы брайль шрифтында

Зарема Сөләймәнова, һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының корректоры: «Бер аҙна эсендә мин эшемде бөтөрҙөм. Ныҡ ҡыҙыҡ эпос, тиҙ уҡылды, бик ҡыҙыҡлы булды. Ауыр һүҙҙәр әлбиттә осрашылды, мин уларҙы интернет аша ҡараным, үҙебеҙҙең ғәйләлә кем ярҙам итә алды, шуларҙан һүҙҙәрҙең перевод, смыслҙы һораштырып бөтөн һүҙҙе аңланым Урал-Батыр эпосында»

Әлеге ваҡытта яңы баҫма Өфөнөң һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы, шулай уҡ Бәләбәй, Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалдары фондын тулландырған. Текстан тыш, ҡабарынҡы иллюстрациялы альбом да нәшер ителгән. Һүрәттәрҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сәнғәт-графика факультеты студенттары эшләгән.

Нәзилә Дәүләтханова, һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының бүлек мөдире: «Улар үҙҙәренең алдында ниндә һүрәт икәнен күҙ алдына китерә ала. Иллюстрациялар бик матур, иллюстрация эшләүенең үҙенең техникаһы бар. Мәсәлән, алдағы пландағы һүрәттәр ҙурыраҡ шрифт менән, ҙурыраҡ графика менән эшләнелә, ҡалыныраҡ, арттағы фондағы рәсемдәр әҙерәк бәләкейрәк була, сөнки суҡырлар алдағы һомартағы фонды күҙ алдына китеретсеннәр өсөн»

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ