Башкортостан баш ҡалаһының урамдарында яңы камералар ҡуйыла башланы.

Өфөлә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәүсе яңы камералар ҡуйыла башланы.

Кречеттар Октябрь проспектында урынлаштырылды. Яҡын көндәрҙә бындай ҡоролмалар Әй, Карл Маркс, Зәки Вәлиди һәм Беренсе Май урамдарында ла барлыҡҡа киләсәк. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәйге осорҙа Өфө урамдарында ошондай 21 комплекслы аппарат ҡуйылыр тип көтөлә. Улар тиҙлекте күҙәтеү менән бер рәттән, ҡаршы һыҙатҡа сығыусыларҙы һәм светофорҙың ҡыҙыл утына үтеүселәрҙе лә теркәп торасаҡ. Яңы быуын видеокамералары "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" өҫтөнлөклө федераль проект ярҙамында һатып алынған.