«Салауат Юлаев» хоккей командаһы яңы миҙгелде ситтә ҡаршылаясаҡ. 2 сентябрҙә яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙә "Динамо"ға ҡаршы уйнарға йыйына. Өфөлә тәүге матч 12 сентябргә тәғәйенләнгән, башҡорт спортсылары менән көс һынашырға Түбәнге Новгородтан "Торпедо" уйынсылары килә.




