Аҡсаны матди базаны яңыртыу, йәғни ағас ҡырҡыу, сығарыу, ташыу техникаһы алыу өсөн тотонорға мөмкин. Ошо маҡсатта бюджеттан 4 йыл эсендә 600 миллион һум йүнәлтеү ҡарала. Был турала Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында белдерелде.Урман сәнғәтселәрен көткән яңылыҡтар һәм субсидияға кемдәр дәғүә итә алыуы хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бысҡы менән ағас йығыу, тракторға тағып һөйрәтеп сығарыу, ташыу заманы артта. Хәҙер урман эшендә лә заманса, бар уңайлыҡтары булған ҡеүәтле техникала эшләргә мөмкин. Тик яңы агрегаттарҙың хаҡтары ла тешләшә, уларҙы алыу өсөн ҙур сығымдар талап ителә.
Әммә киләсәктә ағас әҙерләүселәргә техникаға субсидия бүлеү ҡарала, йәғни сығымдарҙың 30 проценты бюджет иҫәбенә ҡапланасаҡ. Сөнки әле ағасты әҙерләүселәр эшкәртеү предприятиеларынң ихтыяжын тулыһса ҡәнәғәтләндерә алмай. Ә Башҡортостанда ағас эшкәртеү буйынса бер нисә ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларға сеймал йәки ағас күрше төбәктәрҙән индерелә. Һан 70-80 процентҡа тиклем барып еткәне бар. Ә был предприятиелар беҙҙең республика ихтыяжын, мөмкинлектәрҙе күҙ уңында тотоп төҙлөгән. Әлеге ваҡытта ағас эшкәртеү сәнәғәтселәренең төбәк иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшө бик әҙ, күрһәткесте артытрыу мотлаҡ, тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә субсидияны эшкәртеү техникаһына ла бүлергә мөмкин, ул ваҡытта райондарҙа тулы линия яйға һалынасаҡ. Бер яҡтан эш урындары, икесенән материал ситкә китмәй.
Хөкүмәт ултырышында урман хужалыҡтарының матди-техник базаһын күтәреү мәсьәләһе лә күтәрелде. Был да үҫешкә булышлыҡ итәсәк. Әлбитәт субсидияны алыу өсөн документтарҙың тәртиптә булыуы ла мотлаҡ. Һалымдар буйынса бурыстар булмаҫҡа, ағасҡа рөхсәт ҡағыҙҙары алырға тейеш. Мотлаҡ шарт ағас ултырыу, урман фондын яңыртыу эшен алып барыу. Ҡырҡылған урынына күберәк итеп ултыртһаң тағы ла яҡшыраҡ.
Башҡортостан урманға бай төбәк. йәшел фондты һаҡлау киләсәк быуынға тапшырыу өсөн уны ваҡытында яңыртыу, ҡырҡыу мөһим. Эшкәртеү эшен дә яйға һалғанда бюджетҡа килем күләмен дә арттырырға мөмкин. Әммә әле предприятиеларҙа ҡоролмаларҙың иҫке булыуы эшкә аяҡ сала. Ошо сәбәпле Республика иҡтисады йыл һайын ярты миллиард һумға яҡын табышты юғалта, был аҡсалар ситкә китә.
Рәмзиә Кәримова




